Бөгөн республикала урыны менән көслө ямғыр яуыуы, елдең секундына 20-25 метрға тиклем көсәйәсәге тураһында хәбәр иткәйнек инде

Бөгөн республикала урыны менән көслө ямғыр яуыуы, елдең секундына 20-25 метрға тиклем көсәйәсәге тураһында хәбәр иткәйнек инде 03.10.2015

Һауа торошоноң боҙолоуы ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарына килтерҙе. Атап әйткәндә, әле генә социаль селтәрҙәрҙә һалынған фотоһүрәттән күренеүенсә, Өфөнөң Комаров урамында үҫеп ултырған ағас «Пежо» автомобиле өҫтөнә ауған.  

Ошондай уҡ күренеш Черниковка биҫтәһенең тағы ла бер урамында күҙәтелгән. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр теркәлмәгән. Ә был фотоһүрәттәр Сибай ҡалаһында төшөрөлгән. Көслө дауыл бөгөн биш ҡатлы торлаҡ йорттоң ҡыйығын емергән.Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Таусылар урамында урынлашҡан йорт ҡыйығы  капиталь ремонт программаһы буйынса  быйыл йәй генә төҙөкләндерелгән булған. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында кешеләрҙе өйҙән эвакуацияларға тура килгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку