Бөгөн - Оло Тәләк станцияһынан алыҫ түгел тимер юл фажиғәһендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө

Бөгөн - Оло Тәләк станцияһынан алыҫ түгел тимер юл фажиғәһендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө 04.06.2015

Көслө шартлау 1989  йылдың 3 июненән 4 июнгә ҡарай яңғырай.

Әшә станцияһынан 11 саҡырым алыҫлыҡта Новосибирск - Адлер һәм Адлер - Новосибирск поездары осрашҡан мәлдә магистраль газүткәргестән сыҡҡан газ шартлай. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса һәләкәттә 575 кешенең, шул иҫәптән, ял итергә йүнәлгән балаларҙың  ғүмере өҙөлә.  Фажиғәнән һуң 26 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан йыл һайын Өфөнән Оло Тәләк станцияһына бер үк пассажирҙарҙы тейәгән поезд юлға сыға. Ул «Хәтер поезы».  1710-сы саҡрымға һәләк булыусыларҙың туғандары һәм яҡындары, ошо аварияла иҫән ҡалыусылар, тимер юлы хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар һәм табиптар йыйыла. Бөгөн дә улар фажиғә урынында мәрхүмдәрҙе иҫкә алды. Әле бында арабыҙҙан  ваҡытһыҙ киткән пассажирҙар иҫтәлегенә 8 метрлыҡ һәйкәл ҡуйылған. Ул әйтерһең дә, кеше хатаһының хаҡын хәтерләтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика