Бөгөн Мәскәүҙә Ҡара диңгеҙ өҫтөндәге авиафажиғәлә һәләк булыусыларҙы һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн Мәскәүҙә Ҡара диңгеҙ өҫтөндәге авиафажиғәлә һәләк булыусыларҙы һуңғы юлға оҙаттылар 16.01.2017

Улар араһында яҡташыбыҙ,  һауаға ҡаршы оборона ғәскәрҙәре полковнигы Әмир Хәсәнов менән Максим Иванов та бар.  Яҡташтарыбыҙ башҡа хәрбиҙәр менән бергә Мәскәү өлкәһендәге Мытищи ҡәберлегендә ерләнде. Был зыярат хәрбиҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн эшләнгән.

Максим Иванов Өфөлә тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Һуңынан, Сыуаш дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтында, Мәскәүҙә - ГИТИСта белемен камиллаштырған. Һуңғы ваҡытта Рәсәй ҡораллы көстәренең йыр һәм бейеү ансамблендә эшләй. Федоровка районының Балыҡлы ауылында тыуып үҫкән Әмир Бакир улының ғүмере декабрь аҙағында теркәлгән авиаһәләкәттә өҙөлдө. Ҡара диңгеҙ өҫтөндә барлығы 92 кеше һәләк булды, уларҙың күбеһе Александров  исемендәге ансамбль музыканттары, улар Сүриәгә сығыш яһау өсөн  юлланған. Пассажирҙар араһында билдәле  йәмәғәт эшмәкәре, табип Елизавета Глинка ла була.  Бөгөн Мәскәүҙә уның менән дә бәхилләштеләр. Хушлашыу митингыһына Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин килде.  Әле авиаһәләкәткә тарыусыларҙың 70-нең кәүҙәһе табылған, эҙләү эштәре дауам итә. Әмир Хәсәновты һуңғы юлға оҙатырға Федоровка районынының Балыҡлы ауылынан ата-әсәһе барҙы. Был ҡайғылы хәбәргә күңел һаман ышанмай, улыбыҙ бала саҡтан хәрби булырға хыялланды, ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика