Бөгөн Краснодар крайында һәләк булған вахтасылар иҫтәлегенә матәм көнө иғлан ителгән

Бөгөн Краснодар крайында һәләк булған вахтасылар иҫтәлегенә матәм көнө иғлан ителгән 26.08.2017

Исемлектә Салауат ҡалаһынан 33 йәшлек Сергей Колмыков та бар. Уның яҡындары мәрхүмдең кәүҙәһен таныу һәм тейешле документтар тултырыу өсөн фажиғә урынына юлланған. Шулай уҡ йәрәхәтләнеүселәр араһында Салауаттан тағы ла бер ирҙең булыуы билдәле.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Керчен боғаҙы һыуына автобус ҡолау һөҙөмтәһендә 18 кеше һәләк булды, 33 эшсе ҡотҡарылған, уларҙың етәүһе ауыр хәлдә. Салонда күпер төҙөлөшөндә эшләгән «Таманьнефтегаз» компанияһы хеҙмәткәрҙәре булған. Краснодар губернаторы һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә, шулай уҡ йәрәхәтләнеүселәргә компенсация түләнәсәген хәбәр иткән. Изге эштән Башҡортостан Хөкүмәте лә ситтә ҡалмаясағын белдергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку