Бөгөн көндөҙ Телеүҙәк эргәһендәге шәхси торлаҡ секторында көслө янғын сыҡты

Бөгөн көндөҙ Телеүҙәк эргәһендәге шәхси торлаҡ секторында көслө янғын сыҡты 02.04.2015

Мунсанан башланған ут артабан күршеләге ике ҡатлы йорттың ҡыйығына тоҡанды. Ҡыҙыл әтәсте һүндереүгә бер нисә махсус берәмек техника йәлеп ителде. Һуңынан асыҡланыуынса, зыян күргән өйҙә бер кем дә йәшәмәгән. Хужаһы уны һатыуға ҡуйған булған. Ут яҡынса бер сәғәт эсендә һүндерелде. Бәхеткә күрә, йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Әйткәндәй, был урында һуңғы йылдарҙа янғындар йыш күҙәтелә. Күптән түгел күршеләге йорт күл-күмергә әйләнгән, ә уның эргәһендәге өйҙә  сыҡҡан ут ваҡытында һүндерелгән. Бөгөнгө осраҡ буйынса тикшереү бара.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку