Бөгөн көндөҙ Краснокама районында теркәлгән юл-транспорт һәләкәтендә 7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө

Бөгөн көндөҙ Краснокама районында теркәлгән юл-транспорт һәләкәтендә 7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө 29.08.2017

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, аварияла «Дэу Матиз» һәм «Ока» автомобилдәре бәрелешкән. Фажиғәлә һуңғы транспорт сараһында ултырған водителдең ҡыҙы һәләк булған. Уның 16 йәшлек ағаһы дауаханаға оҙатыла. Ике водителгә лә медицина ярҙамы талап ителгән. Әле тәфтиш-оператив төркөм ваҡиға урынында авария сәбәптәрен асыҡлай.

Стәрлетамаҡ - Раевка юлында «Дон» комбайны түңкәрелгән. Юл-транспорт фажиғәһе кисә ҡаланан 20 километр алыҫлыҡта теркәлгән. Социаль селтәрҙәргә һалынған фотоларҙан күренеүенсә, ауыл хужалығы техникаһы Уҫылы йылғаһы аша һалынған күперҙән ҡолаған. Әле белгестәр фажиғә һәм күрелгән зыян күләме иҫәпләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, комбайнға идара итеүсе еңелсә тән йәрәхәттәре алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку