Бөгөн көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә Өфөнөң Запотоцкий урамындағы ике ҡатлы ағас йортта янғын сыҡты

Бөгөн көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә Өфөнөң Запотоцкий урамындағы ике ҡатлы ағас йортта янғын сыҡты 16.11.2016

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығына хәүефле сигнал килеү менән, ваҡиға урынына ике  янғын һүндереү бригадаһы ебәрелә.  Ут сыҡҡан йортта йәшәүселәр бынан ике йыл элек яңы фатирҙарға күсенгән булған.

Бушап  ҡалған бинаға асарбаҡтар эйәләшә. Был урамда йәшәүселәр  күп тапҡырҙар район хакимиәтенән иҫке йорттарҙы һүтеүҙәрен үтенһә лә, мәсьәлә асыҡ ҡала.  Күрше-тирә  йорт ихатаһынан ауыр сумкалар күтәреп сығыусы ирҙәрҙе лә йыш күрә. Ташландыҡ йортта янғын икенсегә сыҡҡан.
Бәхеткә, һауа шарттары янғын таралыуына булышлыҡ итмәгән. Янғын тиҙ арала һүндерелә. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку