Бөгөн көндөҙ Өфө эргәһендәге Зинино һәм Жилино ҡасабалары арауығында «Лайт Эйр» йәмғиәтенә ҡараған «Робинсон» вертолеты авариялы ултырыш яһарға мәжбүр булды

Бөгөн көндөҙ Өфө эргәһендәге Зинино һәм Жилино ҡасабалары арауығында «Лайт Эйр» йәмғиәтенә ҡараған «Робинсон»  вертолеты авариялы ултырыш яһарға мәжбүр булды 13.04.2016

Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйы транспортҡа идара итеү  идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә,  вертолетта планға ярашлы, уҡытыу күнекмәһе уҙғарылған булған. Авария мәлендә салондағы пилот менән пассажир имгәнмәгән.

Уларҙың ғүмерен хәүефһеҙлек ҡайыштары һаҡлап ҡалыуы ихтимал. Һауа транспортының корпусы иһә зыян күргән. Осраҡ буйынса тикшереү бара. Фаразланыуынса, ғәҙәттән тыш хәлгә  экипаж хатаһы һәм техниканың боҙоҡлоғо сәбәпсе булыуы мөмкин.  Авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә 15 кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку