Бөгөн көндөҙ Аэропорт - Өфө юлында бер нисә километрға һуҙылған автомобилдәр тығыны барлыҡҡа килде 22.06.2015

Шаһиттар фекеренсә, быға Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер өҫтөндә барған ремонт эштәре сәбәпсе. Шунлыҡтан водителдәргә ике һыҙаттан ғына барырға тура килде. Әммә был ғына автомобилистарҙың кәйефен ҡыра алманы. Сөнки улар күберәк яңы ғына һалынған асфальттың  эҫелә сафтан сығыуына  ҙур борсолоу белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙ Мәскәүҙең «РАД предприятиелар төркөмө» Аэропорт -Өфө юлында ремонт эштәре башлағайны. Подрядсы менән ошо йылдың 5 июненә тиклем килешеү төҙөлдө. Был ваҡытҡа тиклем ул трассаны  эмульсион-минераль ҡатышмаһы менән ҡаплау һәм юл билдәләре ҡуйыу йөкләмәһе алды. Ләкин ҡояштың саманан тыш ҡыҙҙырыуы яңы һалынған асфальттың сифатһыҙ булыуын күрһәтте.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика