Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә еңел автомобиль машинаһы түңкәрелгән

Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә еңел автомобиль машинаһы түңкәрелгән 19.05.2017

Ваҡиғаны шаһиттары әйтеүенсә,  юғары тиҙлектә килгән аҡ төҫтәге иномарка водителе ҡапыл тормозға баҫҡан. Ваҡиға урынына  эвакуатор саҡырылған. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Ә Стәрлетамаҡ-Красноусольск юлында ике еңел автомобиль  бәрелешкән. Асыҡланыуынса, 38 йәшлек водитель идара иткән  «Нексия» ҡаршы һыҙаттағы  «Джели»ға барып бәрелә. Һөҙөмтәлә икенсе машинаның  54 йәшлек водителе ваҡиға урынында һәләк була. Уның ике пассажиры менән «Нексия» водителе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Билдәле булыуынса, «Нексия» руле артында ултырған ирҙең водитель таныҡлығы булмаған.     Уҙған тәүлектә республика юлдарында 15 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, ун туғыҙы  йәрәхәтләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика