Бөгөн иртән юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына «ВАЗ-2106» автомобилен туҡтатыу өсөн ҡорал ҡулланырға тура килгән

Бөгөн иртән юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына «ВАЗ-2106» автомобилен туҡтатыу өсөн ҡорал ҡулланырға тура килгән 11.03.2017

Ваҡиға Нуриман районында теркәлгән. Хоҡуҡ һағында тороусыларҙың иғтибарын йәлеп иткән транспорт сараһы водителе туҡтау урынына газға баҫа.

Шунда уҡ бер нисә экипаж  уның артынан төшә. Ҡыҙыл Яр ауылында инспекторҙарҙың береһе автомобилде туҡтатырға маташа. Әммә ул юлында торған полиция хеҙмәткәрен дә, патруль автомобилен дә бәрҙереп ҡаса. Шуға ла инспекторҙарға тәгәрмәскә атыуҙан башҡа сара ҡалмай. Тикшереү  барышында руль артында Иглин районынан 22 йәшлек егет ултырыуы асыҡлана. Алынған анализ һөҙөмтәләре водителдең эскән булыуын күрһәтә. Осраҡ буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика