Бөгөн иртән Өфөнөң Трамвай урамында урынлашҡан ике ҡатлы кирбес бинала янғын сыҡты

Бөгөн иртән Өфөнөң Трамвай урамында урынлашҡан ике ҡатлы кирбес бинала янғын сыҡты 29.01.2018

Был турала диспечтер хеҙмәтенә ун беренсе яртылар тирәһендә хәбәр итәләр. Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, завод биләмәһендәге бина буш торған, бер ниндәй маҡсатта ла файҙаланылмаған. Утҡа ҡаршы көрәшкә  ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 15 берәмек техникаһы, 45 хеҙмәткәре йәлеп ителгән.

Сәғәт ун икенселәрҙә янғын  тулыһынса һүндерелә. Бина  хужаһының шәхесе, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ. Ут ялҡыны күрше биналарға күсмәгән.
Владимир Белоногов, янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең 22-се отряды етәксеһе урынбаҫары: «Янғыу сығыу осрағы тураһында хәбәр алғас та, ваҡиға урынына махсус техника, хеҙмәткәрҙәр юлланды. Әлеге ваҡытта ут һүндерелде. Хеҙмәткәрҙәр емерелгән ҡоролманы һүтеү менән мәшғүл».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку