Бөгөн иртән Өфөнөң төньяҡ баҙарында тимер ангарҙа ут сыға

Бөгөн иртән Өфөнөң төньяҡ баҙарында тимер ангарҙа ут сыға 16.05.2016

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Инициатив урамдағы янғын тураһында тәүге мәғлүмәт иртәнге унынсыларҙа ҡабул ителә. Ваҡиға урынына Өфө гарнизоны көстәре, шулай уҡ полицияның юл-патруль һәм патруль-пост хеҙмәттәре юллана. Төньяҡ баҙар биләмәһен полиция көстәре уратып ала. Сәғәт 11 тула егерме минутта янғын һүндерелә. Зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.      

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика