Бөгөн иртән Өфөнөң Нуғай ауылында ике еңел автомобиль – «Шкода Актавиа» менән «Шевроле Круз» бәрелеште 29.02.2016

Береһе Өфөгә, икенсеһе ҡасабаға табан хәрәкәт иткән еңел автомобилдәр  ҡатнашлығындағы аварияла дүрт кеше йәрәхәтләнә. «Шкода»ның руль артындағы 40 йәшлек  ҡатын һәм уның  алты йәшлек балаһы дауаханаға оҙатылған.

«Шевроле»  водителе 24 йәшлек егет менән  40 йәшлек пассажирына  урында  ашығыс медицина  ярҙамы күрһәтелгән.  Юл ваҡиғаһы сәбәптәре әлегә билдәһеҙ. «Шкода» машинаһы юлдағы соҡорға  эләгеп ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан булыуы фаразлана. Ул сәғәтенә  70 саҡырым  тиҙлектә барған.  
Андрей Карпов, ашығыс ярҙам хеҙмәте табибы: «Пассажиры әйтеүенсә, егет күпмелер ваҡытҡа аңын юғалтҡан. Уны 21-се ҡала дауаханаһына  һаласаҡбыҙ. Тәүге медицина ярҙамы күрһәтелде».  
Виталий Стрельцов, ваҡиға шаһиты: «Минеңсә,  бәләгә тайғаҡ юл, соҡор  сәбәпсе. Арттан килә инем,  туҡтап өлгөрҙөм. Ҡатындың хәле нисектер, ә бына бала ҡайыш менән ҡыҫылған шикелле».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика