Бөгөн иртән Өфөнөң Ленин районында сыҡҡан янғында 4 кешенең ғүмере өҙөлдө 07.03.2016

Утҡа ҡаршы көрәшкә 40 минут самаһы ваҡыт талап ителгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ике ҡатлы кирбес йортта күп балалы ғаилә йәшәгән. Йыш ҡына улар табын ҡорорға яратҡан.  Кисә лә бында тиҫтәгә яҡын кеше байрам итергә йыйылған булған.  Әлегә ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе билдәһеҙ. Шулай ҙа күршеләр уттың иҫкергән электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныштан тоҡаныуы ихтимал, тигән фекерҙә.

Бер нисә йыл элек ваҡытында иҫәпләшмәгән өсөн өйгә зәңгәр яғыулыҡ биреү туҡтатылған. Шуға ла ғаилә өйҙө электр ҡоролмалары менән йылытҡан булған. Әле тәфтиш комитеты фажиғәле осраҡ буйынса тикшереү башлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика