Бөгөн иртән Өфөнөң Карл Маркс урамында йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде 09.11.2015

Ҡот осҡос аварияла уҡыусы бала менән 57 йәшлек ҡатын йәрәхәтләнде. Бәләгә тарыусыларҙы бәрҙергән «Опель Астра» водителе ғәҙәттән тыш хәлдә «Газель» автомобиле хужаһын ғәйепләй. Йәнәһе лә, ул иномарканың юлын ҡыя. Ә бына икенсе водитель бөтөнләй икенсе фекерҙә.  

Юл-транспорт фажиғәһе иртәнге сәғәттәрҙә Карл Маркс һәм Достоевский урамдары киҫелешендә теркәлә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, «Опель Астра» автомобиле светофорҙа торған «Газель»гә бәрелмәҫ өсөн рулен ҡапыл уңға бора. Әммә иномарка артабан тротуарҙан китеп барыусы йәйәүлеләр өҫтөнә барып менә.
Ә бына «Газель» водителе бөтөнләй икенсе фекерҙә.  
Авария һөҙөмтәһендә 10 йәшлек ҡыҙ һәм 57 йәшлек ҡатын зыян күрә. Улар баш ҡаланың 17-се һәм 22-се дауаханаларына оҙатыла. Табиптар оло йәштәге ханым ауыр хәлдә булыуын билдәләй. Шул уҡ ваҡытта уҡыусының ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
«Опель Астра» шулай уҡ ресторанға һәм юл ситендә торған дүрт автомобилгә бәрелә. Әле инспекторҙар авария сәбәптәрен асыҡлай.
Дөйөм алғанда, уҙған ял көндәрендә республикала 18 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла 22 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Фажиғәле осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында инспекторҙар водителдәрҙе юлда һаҡ булырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика