Бөгөн иртән Өфөлә автозаправка янды

Бөгөн иртән Өфөлә автозаправка янды 12.01.2018

Янғын Киров районының Мокроусов ауылындағы шәхси автозаправка станцияһында сыға.  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ут сығыу осрағы иртәнге сәғәт унда теркәлгән. Асыҡланыуынса, ялҡын телдәре ер өҫтөндәге өс цистернаға ҡапҡан, уларҙың икәүһе буш торған. Утҡа ҡаршы көрәшкә  бер нисә янғын һүндереү  отряды йәлеп ителгән. Хәбәр ителеүенсә, янғын ун ике тула ун биш минутта һүндерелә.

Салауат Миһранов, 22-се отрядтың янғын һүндереү хеҙмәте етәксеһе: «Диспетчер хеҙмәтенә янғын сығыу осрағы тураһында хәбәр килгәс тә, ваҡиға урынына юлландыҡ. Бында килгәндә дизель яғыулығы һалынған бактар емерелгән ине. Шәхси яғыулыҡ ҡойоу станцияһындағы янғынды һүндереүгә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дүрт берәмек техникаһы, 15 хеҙмәткәре йәлеп ителде».
Шаһиттар әйтеүенсә, иртәнге сәғәт ундарҙа бында көслө шартлау ишетелә. Ул ваҡытта яғыулыҡ ҡойоу станцияһында бер хеҙмәткәр булған, әлеге ваҡытта унан һорау алына. Шәхси яғыулыҡ ҡойоу станцияһы яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, законһыҙ эшләгән. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында бында тикшереү эштәре дауам итә. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ. Ут күрше биналарға тоҡанмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку