Бөгөн иртән Ейәнсура районында теркәлгән аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлдө

Бөгөн иртән Ейәнсура районында теркәлгән аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлдө 30.06.2017

Республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итеүенсә, Иҫәнғол яғына китеп барыусы 12-се модель ВАЗ автомобиле водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан төшөп китә. Артабан ул электр бағанаһына бәрелеп түңкәрелә.  Урындағы мәктәптәрҙең береһендә уҡыған 16 йәшлек үҫмер алынған ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк була.

Тикшереүҙәр барышында руль артында ултырыусы 18 йәшлек егеттең водитель таныҡлығы булмауы асыҡлана. Ә транспорт хужаһы эскән килеш пассажир креслоһында ултырған булған. Уларҙың икеһенә лә медицина ярҙамы талап ителгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика