Бөгөн Иглин районында Наталья Беспалованы һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн Иглин районында Наталья Беспалованы һуңғы юлға оҙаттылар 11.08.2015

33 йәшлек ҡатын Төркиәлә теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған туристарҙың береһе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 6 августа Төркиәнең Денизли провинцияһында була.  Автобус водителе идара итеү һәләтен юғалтып юлдан ситкә оса. Фажиғәлә Рәсәйҙән өс кеше һәләк булды, тағы ла 23 турист төрлө тән йәрәхәттәре алды.

Наталья Беспалова Төркиәнән 7-се августа ҡайтырға тейеш ине. Яҡындары уны ҡояшҡа янып, рәхәтләнеп ял итеп килә тип көтә ине. Һуңғы телефон аралашыуында ла Наталья сәйәхәт тәҫьораттары, кемгә ниндәй бүләктәр алыуы тураһында хәбәр иткән. Тик уларҙы тапшырырға ғына яҙмай. Самолетҡа ултырыуҙан бер көн алда ул Памуккале ҡалаһына экскурсияға бара. Ул көндө ямғыр яуа һәм автобус тайғаҡ юлдан сығып оса.
Алевтина Беспалова,  Наталья Беспалованың әсәһе: «Миңә авария тураһында Ижевскиҙа йәшәүсе әхирәтем хәбәр итте. Фажиғә ҡыҙың ял иткән Анталияла булған тине. Аҙаҡ һәләк булыусылар исемлеге төҙөлгәс, ҡыҙымдың унда бар икәнен дә белдек».
Туғандары Наталья Беспалованың тик бер аҙна үткәс кенә ерләй алды. Авария ҡорбанының әсәһе Ингосстрах страховкалау компанияһы табутты тик Өфө аэропортына тиклем алып килергә ризалашты тип зарлана. Тик компания рәсми рәүештә бындай осраҡтарҙа табутты фатирға тиклем илтеү ҡаралған тип белдерә.
Ирина Кабинова, Наталья Беспалованың апаһы: «Беҙгә табутты транспортлау мәсьәләһен үҙебеҙгә хәл итергә тура килде. Таможняны тиҙ үттек, аэропорт хеҙмәткәрҙәре лә бик етеҙ эшләне. Наталья ҡот осҡос тән йәрәхәттәре алған, ул тиклем була тип уйламағайным да».
Юристар фажиғә тулыһынса страховкалау осрағы булып тора. Шуға күрә һәләк булыусының ғаиләһе аҡсалата компенсация алырға тейеш тип белдерә. Табутты адрес буйынса бушлай илтеү ҙә мотлаҡ. Туризм буйынса федераль агентлыҡ мәғлүмәтенә ярашлы, Беспаловтар 60 мең доллар компенсацияға дәғүә итә ала. Шулай ҙа алда ентекле тикшереүҙәр үткәреү ҡаралған.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку