Бөгөн Өфө - Шаҡша юлында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында бер кешенең ғүмере өҙөлдө

Бөгөн Өфө - Шаҡша юлында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында  бер кешенең ғүмере өҙөлдө 11.01.2017

«Лада Гранта» автомобиле ҡаршы юлға сығып «Камаз»ға  бәрелә. Һөҙөмтәлә еңел машина тимер өйөмөнә әүерелә, водитель һәләк була. Шаһиттар әйтеүенсә, бәхетһеҙ осраҡҡа боҙлауыҡ менән юлдарҙа барлыҡҡа килгән боҙ һырынтылары сәбәпсе.

Уҙған тәүлектә республика юлдарында теркәлгән 6 юл-транспорт ваҡиғаһында 8 кеше йәрәхәтләнгән. Дүртөйлө - Нефтекама юлында «УАЗ» машинаһы бәлиғ булмаған бала өҫтөнә килеп менә. 10 йәшлек уҡыусы юлды билдәләнмәгән урында сыҡҡан. Әле ул дауаханала. Инспекторҙар өс мең ярымдан ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын теркәлгән. Улар араһында 58 водителдең рулгә эскән килеш ултырыуы асыҡланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку