Бөгөн Өфө полицияһына «Планета» сауҙа-күңел асыу комплексында теракт хәүефе тураһында хәбәр иткәндәр 24.03.2017

Шунда уҡ хоҡуҡ һағында тороусылар тарафынан  тейешле саралар күрелгән. Йөҙҙән ашыу  ашығыс рәүештә эвакуацияланған. Шул иҫәптән аквапаркта һыу инеүселәргә лә тиҙ арала урамға сығырға ҡушылған. Уларға кейемдәр урынына юрғандар таратылған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, эвакуацияның сәбәбе тип шикле пакет булыуы ихтимал. Бинала ентекле тикшереү үткәрелгән, кешеләр ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ, тип хәбәр иттеләр комплекстың матбуғат хеҙмәтенән. Әлеге ваҡытта үҙәк штат режимында эшләй. Бомба һалыныуы тураһында  хәбәр итеүсе ҡулға алынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика