Бөгөн Өфөнөң Златоуст урамында коллектор боҙолоу сәбәпле, бер нисә урамды канализация ҡалдыҡтары ағымы баҫты

Бөгөн Өфөнөң Златоуст урамында коллектор боҙолоу сәбәпле, бер нисә урамды канализация ҡалдыҡтары ағымы баҫты 12.12.2016

Ваҡиғаны күреүселәр төшөргән видеояҙма тиҙ арала социаль селтәрҙәрҙә сыға. Яҙманан күренеүенсә, көслө ағым транспорт хәрәкәтен тотҡарлай. Йәйәүлеләр урамдың бер яғынан икенсе яғына сыға алмай ҡала. Көнкүреш бысраҡтары баҫымынан  юлдағы рейс автобусы ла саҡ ситкә сығып китмәй.

Өфөводоканал ойошмаһынан  хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта авария эҙемтәләре бөтөрөлә, ғәҙәттән тыш хәл тейешле оператив хеҙмәттәр күҙәтеүендә ҡала. Улар көсө менән бысраҡ һыуҙарҙың артабан да ер өҫтөнә сығыуына юл ҡуйылмай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика