Бөгөн Өфөнөң Совет районында 4 торлаҡ йорт һыуыҡ һыуһыҙ ҡалды

Бөгөн Өфөнөң Совет районында 4 торлаҡ йорт һыуыҡ һыуһыҙ ҡалды 07.02.2018

Сәбәбе - Ветошников урамында торбаларҙа өҙөклөктәр барлыҡҡа килгән. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә эргә-тирәләге урамдарҙы һыу баҫты, тығындар хасил булды. Ваҡиға урынында «Өфө һыу каналы» хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ағым туҡтатылған. Торбала өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүен белгестәр металл техниканың иҫкереүенә бәйләй.

Ремонт эштәре тамамланғанғас та, йорттарға һыуыҡ һыу ебәреләсәк. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә Өфөнөң Ветошников, Достоевский, Киров һәм Чернышевский урамдарын боҙлауыҡ ҡаплаған. Шунлыҡтан автоһәүәҫкәрҙәргә юлда иғтибарлы булырға, дистанция һаҡларға кәңәш ителә. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр тарафынан был урамдарға ҡом һибелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел ҡаланың Октябрь проспектында  күп ҡатлы ун бер йортта йәшәүселәр  һыуһыҙ ҡалғайны. Һыу үткәргес селтәрендәге авария һөҙөмтәһендә 106-сы  лицей, 2-се  спорт мәктәбе һәм башҡа ойошмаларҙа ла  һыу булманы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку