Бөгөн Өфөнөң Октябрь районы судында төнгө клубтарҙың береһендә теркәлгән шаулы процесс буйынса сираттағы тыңлауҙар үтте

Бөгөн Өфөнөң Октябрь районы судында  төнгө клубтарҙың береһендә теркәлгән шаулы процесс буйынса сираттағы тыңлауҙар үтте 02.09.2014

Өс егет  32 йәшлек  Рөстәм Баһауетдиновты туҡмап үлтереүҙә ғәйепләнә.    

Уҙған йылдың ноябрендә Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында Зураб Давитадзе донъя кимәлендәге ярыштарға әҙерләнеүе тураһында белдергәйне. Әммә үҙен ысын-егет тип һанаған был спортсы туплаған  көсөн келәмдә генә күрһәтмәй шул. Былтыр декабрҙә ул  «Правда» клубы алдында 26 йәшлек егет менән бәхәскә инә. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, Зураб ике дуҫы  менән дәғүәсеһенә ташлана. Әммә  уларҙы айырырға теләгән Рөстәм Баһауетдинов  үҙе һуғыш суҡмарҙарының ҡорбанына әйләнә.
Бөгөн Өфөнөң Октябрь районы судында  шаулы процесс буйынса сираттағы тыңлауҙар үтте. Ғәйепләнеүселәр эскәмйәһендә - Зураб Давитадзе, Морат Маашев һәм Богдан Жердий. Ул төндә үҙҙәрен герой итеп танытһалар ҙа, был егеттәр суд ултырышында хатта күҙҙәрен дә  күтәрә алмай.  
Рөстәм Баһауетдиновтың әсәһе әйтеүенсә, фажиғәне, бәлки, иҫкәртеп тә булыр ине. Әммә бер генә шаһит та һуғыш  суҡмарҙарын айырырға ашыҡмаған. Ә ғәйеплеләрҙең ниндәй яза аласағын әлегә әйтеүе ҡыйын. Сөнки шаулы процесс буйынса хөкөм ҡарарын сығарыу икенсе тыңлауҙарға күсерелде.  
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку