Бөгөн Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә газ торбаһын КАМАЗ емергән

Бөгөн Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә газ торбаһын  КАМАЗ емергән   22.09.2016

Йөк автомобиле шулай уҡ электр бағанаһына зыян килтергән. Асыҡланыуынса, Камаз күтәрелгән кузов менән китеп барған. Ваҡиға сәбәптәре әлегә билдәһеҙ. Урында йәшәүсе Зәлифә Ғәлиәкбәрова әйтеүенсә, газ торбаһын емереү беренсегә түгел. Бер-нисә йыл элек уны  кран  эләктереп өҙгән.    

Газ шартламаһын өсөн ваҡиға урынына шунда уҡ ҡотҡарыусылар хеҙмәте саҡырылған. Авария эҙемтәләрен бөтөрөгәнсе  биҫтәлә зәңгәр яғыулыҡ менән ут һүндерелгән.
Яна Калинина, Өфөнөң «112 ҡотҡарыу хеҙмәте» мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе «Бөгөн төнгө өсөнсө яртыла баш ҡаланың 112-се ҡотҡарыу хеҙмәтенә осраҡ тураһында шылтыратыу булды. Ҡотҡарыусылар шунда уҡ урынға юлланды. Благовар урамындағы  шәхси йорттарҙың береһен газ  һәм ете объектты электр  менән тәьмин итеү туҡтатылды».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика