Бөгөн Өфөнөң Калинин районы судында 11 йәшлек малайҙы бәрҙергән водитель менән уның яҡындары тәүге тапҡыр күҙмә-күҙ осрашты

Бөгөн Өфөнөң Калинин районы судында 11 йәшлек малайҙы бәрҙергән водитель менән уның яҡындары тәүге тапҡыр күҙмә-күҙ осрашты 19.10.2017

Үҙ ғәйебен таныһа ла, руль артында ултырған ир бөгөнгә тиклем ата-әсәнән ғәфү үтенмәгән.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡот осҡос авария быйыл августа Сельская Богородская урамында теркәлде. Светофорҙың йәшел утына сығып барғанда Марселде "Тойота" автомобиле бәрҙерә. Аңын юғалтҡан, күп тән йәрәхәттәре алған бала ике айға яҡын дауахалана ята. Сифатлы медицина ярҙамы күрһәткән Өфө табиптары фажиғәгә тарыусының ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Әммә хәҙер малайға оҙайлы реабилитация курстары талап ителә.

Бөгөн Калинин районы судында осраҡ буйынса тәүге ултырыш үтергә тейеш ине. Әммә ул билдәһеҙ сәбәп менән киләһе айға кисектерелде. Суд бинаһында Марселдең яҡындары беренсе тапҡыр улдарын бәрҙергән водитель менән осрашты. Әммә  ул ата-әсә менән адвокат аша ғына аралашыуҙы хуп күрҙе. Беҙҙең ижади төркөмгә лә руль артында ултырыусы интервью биреүҙән баш тартты. Ул бары үҙ ғәйебен таныуы тураһында ғына белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку