Бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһендә көслө шартлау яңғыраны

Бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһендә көслө шартлау яңғыраны 30.05.2016

Уның тауышы хатта, бер нисә квартал алыҫлыҡта ла ишетелә. Ваҡиға урынына шунда уҡ баш ҡаланың барлыҡ ҡотҡарыу хеҙмәттәре килеп етә. Тикшереү барышында Правда урамы 25-се йорттағы фатирҙарҙың береһендә  тәбиғи газ шартлауы асыҡлана. Ә унда йәшәгән хужа туғыҙынсы ҡаттан ҡолап һәләк була.

Ғәҙәттән тыш хәл көндөҙгө сәғәт 12-ләр тирәһендә теркәлә. Көслө шартлау фатирҙағы тәҙрә рамдарын емерә, хатта аҫта торған автомобилдәр зыян күрә. Фажиғәлә 40 йәштәр тирәһендәге ирҙең ғүмере өҙөлә.  Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уның наркоман булыуы ихтимал.
Правда урамындағы фажиғә тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегендәй бар Дим биҫтәһенә тарала. Сөнки Сергеевкалағы һуңғы хәлдәрҙән һуң бында йәшәүселәр үҙҙәрен дары мискәһе өҫтөндә йәшәгән кеүек хис итә. Өҫтәүенә, бөгөн  көндөҙгө сәғәттәрҙә халыҡтың тыныслығын көслө шартлау боҙа. Кешеләр нимә уйларға белмәй урамға йүгереп сыға.
Һуңынан ғына кешеләр 25-се йорттағы фатирҙарҙың береһендә тәбиғи газ шартлауы тураһында ишетә. Ғәҙәттән тыш хәлдә 38 йәшлек хужа һәләк була. Ҡайһы берәүҙәр түшәм тарттырған ваҡыттта уның фатирында газ баллоны шартлаған тигән имеш-мимештәр тарата. Әммә ысынбарлыҡта,  ирҙең амораль тормош алып барыуы тураһында билдәле була.  
Бәхетле осраҡ һөҙөмтәһендә генә ғәҙәттән тыш хәлдә башҡа кешеләр зыян күрмәй. Шартлауҙың ни тиклем көслө булғаның ерҙә ятҡан быяла ярсыҡтарынан, ярылған автомобиль тәҙрәһенә ҡарап төҫмөрләргә мөмкин. Ә инде белгестәр тәү ҡарашҡа йортҡа бер ниндәй ҙә зыян килмәгән тигән фекерҙә. Шулай ҙа аныҡ һығымталар тикшереү эштәренән һуң ғына билдәле буласаҡ.  
Яҡынса ике сәғәттән хужаларға фатирҙарына инергә рөхсәт бирелде. Көн дауамында ваҡиға урында тәфтишселәр эшләне. Уның һөҙөмтәһе буйынса тейешле процессуаль ҡарар ҡабул итәләсәк

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика