Бөгөн Өфөлә янғын сыҡты

Бөгөн Өфөлә янғын сыҡты 28.04.2015

Кис «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт  келәттәрендә ут ҡаба. Уны һүндереү өсөн ҡаланың өс районына ҡараған янғын һүндереү частаре йәлеп ителә.

Янғын киске сәғәт биштәр тирәһендә сыға. Келәттәргә ут тоҡаныуы хаҡында хәбәр алғас та  янғын һүндереү хеҙмәте тотҡарлыҡһыҙ килеп етә. Ҡыҙыл әтәскә ҡаршы Өфөнөң Октябрьский, Калинин һәм Орджоникидзе райондарының янғын һүндереү частаре, хәүефһеҙлек  һәм башҡа хеҙмәттәрҙән  илленән ашыу кеше көрәшә. Ун берәмек янғын һүндереү  һәм  һыу ташый торған алты машина йәлеп ителә.  
Келәттәрҙә кабель, махсус кейем, буяуҙар, ҡоролмалар, запас частәр  һәм башҡа әйберҙәр һаҡланған. Ике йөҙ квадрат метрға яҡын урынды биләгән келәттәрҙән ут күрше объекттарға күсмәһен өсөн  янғын һүндереүселәр бар көсөн һала. Үтеп инә алмаҫлыҡ урындарҙы улар бысып инә. Буяуҙар һәм шыйыҡсаларҙың шартлау ихтималлылығы булғанлыҡтан  һаҡ эш ителә.
Ҡапыл тоҡанған янғын бар майҙанды биләп алған. Әле күрелгән зыян тураһында фараз итергә генә була.  
Уттан ҡалмай. Бер нисә сәғәт эсендә   ойошма милке көл-күмергә әйләнде. Хәүефһеҙлек хеҙмәте ут менән һаҡ булырға, баҡсаларҙа сүп-сар яндырмаҫҡа,  урман-ҡырҙарға барғанда  усаҡ яҡмаҫҡа  кәңәш итә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку