Бөгөн Өфөлә йәнә туфан һыуы ҡалҡты

Бөгөн Өфөлә йәнә туфан һыуы ҡалҡты 04.09.2017

Ҡойма ямғыр һөҙөмтәһендә баш ҡала тәбиғәт ғәрәсәте йоғонтоһонда ҡалды. Урамдарҙан даръялар аҡты, йорт-ихаталар, автомобилдәр һыу аҫтында ҡалды. Кинәт хасил булған ташҡын күренештәре шундуҡ интернет биттәренә һалынды. Глобаль селтәрҙә шаһиттар төшөргән видеояҙмалар лайктар буйынса рекорд ҡуйҙы.  

Өфөнөң Ғабдулла Амантай урамында төшөрөлгән был видеояҙманы бер нисә сәғәт эсендә 100 мең самаһы кеше ҡарап өлгөрҙө. Кадрҙан күренеүенсә, көслө ағым ваҡытында ир һәм ҡатын коляскалағы бала менән юл аша сығырға теләй. Әммә улар үҙ көсөн дөрөҫ баһаламай, күрәһең. Ярай әле ваҡиға шаһиттарының береһе автомобилен туҡтатып ҡазаға тарыусыларға ярҙамға килә. Ә был ваҡытта трактор водителде ваҡытлыса булһа ла һыу юлын быуып торорға маташа. Әйтергә кәрәк, бөгөн Колгуев биҫтәһендә теркәлгән был тәүге осраҡ түгел. Кешеләр тап ошо урында ташҡынға ҡаршы тора алмай аяҡтарынан йығылырға мәжбүр булды.  
Федераль теркәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы клиенттары ла бөгөн билдән һыу кисеп йөрөнө. Ә бинаның аҫҡы ҡаты тулыһынса һыу аҫтында ҡалды. Хеҙмәткәрҙәргә ваҡытлыса халыҡты ҡабул итеүҙе туҡтатырға тура килде. Ошондай уҡ хәл Өфөнөң ҡайһы бер сауҙа йорттарында ла күҙәтелде.  
Өфөлә яуған ҡойма ямғыр һөҙөмтәһендә ҡалала тура мәғәнәһендә туфан һыуы ҡалҡты тип әйтергә мөмкин. Урамдарҙан ярһып даръялар кемдәрҙеңдер йортона инде, бәғзеләрҙең ихаталарына сүп-сар өйҙө. Беҙҙең редакцияның ватсап элемтә һандарына баш ҡаланың төрлө райондарынан шаһиттар видеояҙмаларын һалды. Тәбиғәт ғәрәсәтен күреп ярһыған ҡала халҡы ҡотҡарыу хеҙмәте телефонына ла күпләп шылтыратты.
Тәбиғәт ғәрәсәте урамдарҙа автомобиль тығындарын да тыуҙырҙы. Эштән һуң өйҙәренә ҡайтырға сыҡҡан кешеләрҙең күбеһе ике-өс сәғәт юлда ултырырға мәжбүр булды. Бер үк ваҡытта былай ҙа көсөргәнешле хәлгә күп кенә светорфорҙарҙың сафтан сығыуы, транспорт сараларының ватылыуы ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы.  
Белгестәр фекеренсә, бөгөнгө хәлдең сәбәптәре ҡойма ямғыр ғына түгел. Был күренеш тәү сиратта баш ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре эшмәкәрлегенә бәйле. Сүп-сар тулып ямғыр улаҡтары тығылған. Һөҙөмтәлә һыу ҡала урамдары буйлап юл алды. Әле коммуналь хеҙмәттәр көслө елдән ауған ағастарҙы таҙарта, ҡойма ямғыр эҙемтәләрен бөтөрөү менән мәшғүл.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку