Бөгөн Өфөлө йөк автомобиле ер аҫтына китә яҙҙы

Бөгөн Өфөлө йөк автомобиле ер аҫтына китә яҙҙы 08.04.2015

Ғәҙәттән тыш хәл көндөҙгө сәғәттәрҙә  Баҡалы урамында теркәлде. Ихаталарҙың береһенән арты менән сығып барған КАМАЗ водителе юлдағы соҡорҙо урап үтергә уйлай. Әммә ошо ваҡытта  йөк транспортсы уң яҡҡа ауыша һәм уның бер тәгәрмәсе тулыһынса асфальт аҫтына китә. Әйткәндәй, урындағы халыҡ әйтеүенсә, бындай осраҡтар ихатала беренсе тапҡыр ғына күҙәтелмәй. Ғәҙәттә яуаплы ойошма хеҙмәткәрҙәре  барлыҡҡа килгән соҡорҙарҙы ямауын ямай, әммә яҙ етеү менән башҡа урындар ҙа ошондай уҡ хәл теркәлә.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика