Бөгөн Өфөләге төҙөлөш майҙандарының береһендә газ балоны шартланы 30.11.2015

Осраҡ башҡаланың  Архитектор Рехмуков урамында   төҙөлгән «Воскресенский» комплексында теркәлә.  Шартлауҙан 34 йәшлек ир зыян күрә.

Фажиғә теркәлгән обьектта төҙөлөш эштәрен «Стройинвест Өфө» компанияһы алып бара. Әммә хужалар журналистарҙы төҙөлөш майҙанына үткәрергә һәм   осраҡ сәбәптәрен аңлатырға теләмәй.    Башҡаланың ҡотҡарыу хеҙмәтенә шартлау хаҡында осраҡлы шаһиттар шылтыратып әйтә. Газ балоны иретеп йәбештергән мәлдә шартлай. Эш шәхси ойошма тарафынан башҡарылған була, һөҙөмтәлә  эргәнән үтеп барған 34 йәшлек арматурасы тән йәрәхәттәре ала. Әле фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана. Белгестәр шартлауҙы техник хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлмәүе менән бәйләй. Зыян күреүсе Өфөнөң 18-се дауаханаһында оҙатылған, әле ул реанимацияла.
Руслан Ғиматдинов, Республика тән бешеү үҙәгенең  бүлек мөдире
«Пациентты  дауаханаға көнөдөҙгө ун икеләр тирәһендә тиҙ ярҙам маши наһы менән бик ауыр хәлдә алып килделәр. Ул шунда уҡ реанимация бүлегенә һалынды, тәүге ярҙам  күрһәтелде. Әле дауалау курсы тәғәйенләнгән, ыңғай  үҙгәреш бар тип әйтергә мөмкин».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика