Бөгөн Өфө үҙәгендә ашығыс ярҙам машинаһы юл-транспорт фажиғәһенә тарыны 20.03.2017

Бәләкәй баланы  дауаханаға илтеүсе машина Революция һәм Ленин урамдары киҫелешендә еңел автомобиль менән бәрелешә.

Ашығыс ярҙам автомобиле сиреналарын ҡабыҙып трамвай юлы эргәһенән светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә хәрәкәт итә. Руль артында ултырған ҡыҙ «Газел»де абайламай хәрәкәтен дауам итә. Бәрелеш һөҙөмтәһендә «Киа» автомобиле бер-нисә метрға ситкә сыға. Пассажирҙар араһында зыян күреүселәр юҡ. Баланы әсәһе менән бергә 4- cе йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау дауаханаһына икенсе ашығыс ярҙам машинаһы илтеп ҡуя.
Марсель Мөфтиев, ашығыс ярҙам машинаһы водителе: «Барлыҡ транспорт туҡтап тора ине. Автобус артынан еңел автомобиль ҡапыл пәйҙә булды.Бөтәһе лә беҙҙе үткәрҙе. Ә ул юҡ».
Үткән ял көндәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекторҙары тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү маҡсатында киң күләмле профилактик
саралар үткәрелгән. Операциялар барышында юлдарҙа 11 меңдән ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән. 296 водителдең рулгә эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Балаларҙың да хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары күҙәтеүендә. «Иғтибар балалар!» акцияһы балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында башҡарыла. Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы, юлдарҙа күҙәтелгән боҙлауыҡ осоронда водителдәр һәм уларҙың пассажирҙарына айырыуса хәүеф менән янай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика