Бөгөн Өфө-Бөрө трассаһында прицеплы йөк автомобиленә ут тоҡанған

Бөгөн Өфө-Бөрө трассаһында прицеплы йөк автомобиленә ут  тоҡанған 27.10.2016

Үтеп барыусы автомобиль пассажирҙары күп тонналы машинаның яныуын телефонға төшөрөп ала, ләкин бер кем дә туҡтарға баҙнат итмәгән. Видеояҙма «Бәйләнеш» сайтының «БашДТП» төркөмөнә урынлаштырылған.

Унда фураның кабинаһын ялҡын телдәре ялмап алғаны күренә, водитель эргә-тирәлә юҡ. Шаһиттар йөк автомобиленең юл ситендә тигеҙ генә тороуон билдәләй, күренеүенсә, водитель транспорт сараһы төтәй башлау менән хәрәкәтте туҡтатҡан.  
Йөк автомобиле генән түгел,  республикала бөгөн хатта, локомотивҡа ла ут ҡапты. Ғәҙәттән тыш хәл Шишмә районындағы  Шиңгәккүл станцияһында теркәлде. «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең ватцабына килгән видеояҙманан күренеүенсә, ваҡиға урынында янғын һүндереүселәр эшләй. Улар уттың таралыуына юл ҡуймай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку