Бөгөн эттәр тарафынан ғәрипләнгән бала кәүҙәһенең шәхесе асыҡланды

Бөгөн эттәр тарафынан ғәрипләнгән бала кәүҙәһенең шәхесе асыҡланды 14.10.2014

Ул дүртенсе синыфта уҡыусы 10 йәшлек үҫмер. Әле осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ваҡиға эҙемтәләрен тикшереү дауам итә.

Ваҡ мал көтөргә сыҡҡан Владимир Вахнин был күренеште ытырғанып иҫкә ала. Ул тәүҙә кеше һөйәге күренеп ятҡан итеккә юлыға, ике метр арыраҡ бала курткаһын шәйләй.

Был урындан йөрөүе хәүефле, ти Владимир Вахнин. Тиҫтәләрсә эт өйөрө хатта тимер юлы аша сыҡҡан кешеләргә лә ташланғаны бар. Шуға ла халыҡ ҡулына кемеһе таяҡ, кемеһе ағыу тотоп йөрөй. Бер үк урында теркәлгән был икенсе бәхетһеҙ осраҡ, ти ул.

Владимир Вахнин, урында йәшәүсе: «Ҡыҙ кеше. Сәсе, аяғы юҡ ине. Кәүҙәгә тормош иптәшем юлыҡты. Баланың аяғын ошо ҡойма артында таптылар. Күрәһең, эттәр шунда алып киткән».

Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, берәҙәк эттәр проблемаһы икенсе йыл дауам итә. Ике тиҫтәләп кеше ошо һуҡмаҡ буйлап үтә. Ә инде уларҙың күпләп йәшәгән урыны - бетон ҡоймаһы артында.

Ғәрипләнгән малайҙың шәхесе бөгөн асыҡланды. Ун йәштәге үҫмер Өфөнөң 79-сы урта мәктәбендә дүртенсе синыфта уҡыған була. Ул тиҫтерҙәренән бер ҙә айырылманы, ярҙамсыл, ябай бала ине, тип хәтерләй уҡытыусыһы.

Ләйсән Ғарипова, Өфөнөң 79-сы мәктәбенең башланғыс синыф уҡытыусыһы: «Уҡыусымдың әсәһе әйтеүенсә, ул өйҙән үгәй атаһына көндөҙгө сәғәт 1-ҙәр тирәһендә сығып китә. Бәхетһеҙ ваҡиғаға бәйле, мәктәптә профилактик саралар ойошторола. Ата-әсәләрҙе балаларына иғтибарлы булырға, киске 9-ҙан урамда яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырабыҙ».

Өфөнөң Орджоникидзе районында теркәлгән балаға эт өйөрө ташланыуы әлегәсә яҡынса мәғлүмәт булараҡ ҡарала. Ә Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатып, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Светлана Абрамова, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Әлеге ваҡытта тикшереү органдары ваҡиға сәбәптәрен барлай. Енәйәт эшенә бәйле кешеләрҙән һорау алына. Әгәр ҙә инде баланың ғүмерен берәҙәк эттәр ҡыйған осраҡта, яуаплы вазифа биләүсе ҡала һәм Орджоникидзе районы хакимиәте вәкилдәре хоҡуҡи яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ».

Ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла ҡарауһыҙ эттәр аҙым һайын тиерлек. Әбйәлил районын миҫалға алғанда ғына ла, күрше Магнитогорск ҡалаһында йәшәүселәр төбәккә килтереп эт-бесәйҙәрен аҙаштырыуҙы ғәҙәткә индергән. Һөҙөмтәлә улар кемгәлер эйәләшә, йә ҡырағайға әйләнә. Был йәһәттән Әбйәлил ветеринар станцияһы етди көрәш алып бара.

Сит илдәрҙә урам буйында йөрөгән эттең хоҡуҡтарын яҡлау - ғәҙәти күренеш. Әгәр ул урамда ҡалһа, хужаһына ҙур күләмдә штраф һалына. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда хужаһыҙ хайуандарҙы күҙәтеүгә яуаплы ведомствоның булмауы борсоуға һала. Был өлкәлә тейешле закон ҡабул ителеп эшләй башлағансы кеше ғүмерҙәре хәүеф аҫтында ҡала тигән һүҙ. Берәҙәктәрҙең үтеп барыусыларға ташланып, ҡаты яралаған, зәғифләгән һәм хатта әлеге кеүек кеше ғүмерен ҡыйған осраҡтар ҙа бер ни тормай, күрәһең.

Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку