Бөгөн Дыуан районы үҙәгендә боҙ тығылыуы күҙәтелгән

Бөгөн Дыуан районы үҙәгендә боҙ тығылыуы күҙәтелгән 05.04.2016

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әй йылғаһының Мәсәғүттән автомобиль күперенә тиклемге өлөшөндә тығындар хасил булған.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, зыян күреүселәр теркәлмәгән. Шул уҡ ваҡытта социаль әһәмиәттәге объекттарға ла һыу аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янамай. Халыҡты эвакуацияларға тура килгән осраҡта, район үҙәгендә ике ваҡытлыса тораҡ булдырылған.
Ә бына Саҡмағош районы Яңы Йомран ауылын һыу баҫыу ҡурҡынысы кәмегән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә ярҙарынан сыҡҡан Сәрмәсән йылғаһы ауылға илткән берҙән-бер юлды һыу аҫтында ҡалдырҙы. Шунлыҡтан биш тиҫтә самаһы кеше яҙғы һыу тотҡононда ҡалырға мәбүр булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика