Бөгөн Белорет ҡалаһында 9 йәшлек Яна Перчаткинаны һуңғы юлға оҙаталар

Бөгөн Белорет ҡалаһында 9 йәшлек Яна Перчаткинаны һуңғы юлға оҙаталар 02.06.2017

3 майҙа мәктәпкә тип сығып китеп юғалған ҡыҙҙың кәүҙәһе кисә ҡаланың шәхси секторындағы йорт баҙында табылды. Баланы үлтереүҙә ғәйепләнеүсе 38 йәшлек ир ҡулға алынды. Тәфтишселәр белдереүенсә, баланы ҡараған мәлдә, ҡыҙҙың  тәнендә,  бигерәк тә, башында яралар булған. Үлем сәбәбе - суд-медицина экспертизаһынан һуң билдәле буласаҡ.

Тап ошо йорт ихатаһында урынлашҡан баҙҙа Яна Перчаткинаның кәүҙәһе табыла. Биләмә полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан уратып алынған. Өйгә индермәйҙәр.
Ғәйепләнеүсене көндөҙгө сәғәт ун икенсе яртыла ваҡиға урынына алып килделәр. 38 Йәшлек ир хоҡуҡ һағындағыларға 3 май көнө булған фажиғәне тергеҙергә тейеш ине. Һорау алыу барышы видеокамераға теркәлеп барҙы. Белоретта иһә ҡыҙҙың үлеменә бәйле төрлө имеш мимештәр йөрөй. Ғәйепләнеүсенең күршеһе Олеся Симонова әйтеүенсә, ир һуңғы арала үҙен сәйер тотҡан
Билдәле булыуынса ғәйепләнеүсе быға тиклем яуаплылыҡҡа тарттырылмаған. Ҡатыны менән ҡуртымға алынған йортта икенсе йыл йәшәгән. Балалары юҡ.
Шуныһы аяныслы перчаткиндар ғаиләһенең өйө был урындан алыҫ түгел, ара яҡынса биш йөҙ метр самаһы ғына.
Янаның олатаһы һаман шаңҡыу хәлендә. Ул яратҡан ейәнсәрен юғалтыуын ауыр кисерә Ҡыҙҙы эҙләүҙә ҡатнашыусыларға уҙаман оло рәхмәтен белдерҙе.
Ғәйепләнеүсе менән алып барылған тәфтиш экперименты һөҙөмтәләре әлегә тиклем билдәһеҙ. Мәғлүм булыуынса, ҡыҙ менән хушлашыу көндөҙгө өстә көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика