Бөгөн Башҡортостан Юғары судында ике кешенең ғүмерен өҙгән өсөн 5 йыл да 8 айға ҡаты режимлы колонияға урынлаштырылған Илья Климовтың эше ҡаралды

Бөгөн Башҡортостан Юғары судында ике кешенең ғүмерен өҙгән өсөн 5 йыл да 8 айға ҡаты режимлы колонияға урынлаштырылған Илья Климовтың эше ҡаралды 06.02.2018

Ғәйепләнеүсе 2013 йылдың ноябрендә ҡеүәтле сит ил автомобилендә судъя Марина Полтавецты тапатҡайны. Күп тә үтмәй фажиғәлә алынған йәрәхәттәрҙән эргәһендә ултырған иптәше - Эмиль Камалов та донъя ҡуйҙы.

Был ваҡиға йәмәғәтселектә ҙур резонанс тыуҙырҙы. Илья Климов  шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығарыуҙарын һорап, сираттағы тапҡыр судҡа мөрәжәғәт итте. Суд ултырышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
Лира Гордиенко, Илья Климовтың адвокаты: «Минең уйлауымса, ғәйепләнеүсе дөрөҫ юлға баҫҡан. Был һүҙҙәрҙе колония етәкселәренең Климов тураһында яҡшы фекерҙә булыуынан, справка күрһәтеүҙәренән сығып әйтергә була. Ул колония ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, тирә-яҡты тәртипкә килтереү эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ошонан сығып, ғәйепләнеүсене шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығарыу мөмкин тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку