Бөгөн баш ҡалала ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика комитеты янғынға ҡаршы көрәш идаралығы менән берлектә янғын хәүефһеҙлеге буйынса рейд үткәрҙе

Бөгөн баш ҡалала ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика комитеты янғынға ҡаршы көрәш идаралығы менән берлектә  янғын хәүефһеҙлеге буйынса рейд үткәрҙе 27.10.2016

Уның барышында  янғын сигнализацияһы ла таратылды. Республикала янғын хаҡында белдереүсе автономлы ҡоролмаларҙы 18 мең  ғаилә аласаҡ.  Аппарат һуңғы йылда янғында  балалар ғүмере күпләп өҙөлөүгә бәйле шәхси йорттарға ҡуйыла.      

Бөгөн Учалы районы Илсе ауылында сыҡҡан янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, янғынды һүндергәндән һуң өй эсендә 73 йәшлек хужаның, уның 31 йәшлек улының һәм 13 йәшлек ейәнсәренең  кәүҙәләре табыла. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ғәҙәттән тыш хәлгә электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булған.  
Өфөнөң Свердлов урамында йәшәүсе Соколовтарҙың йортонда ла июлдә янғын сыға яҙа. Фажиғә  биш  кешенең ғүмерен ҡыйыр ине,  ти хужабикә, әгәр, махсус аппарат урынлаштырылмаған булһа. Ике аҙна элек кенә баш ҡаланың янғынға ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре йортҡа  янғын тураһында белдереүсе автономлы ҡоролма  беркеткән була.
Галина Соколова, күп балалы әсә: «Төнгө сәғәт ике тирәһе булғандыр. Мин урамда  инем. Датчиктың  сырылдағаны ишетелде. Тиҙ генә йүгереп индем дә янғын һүндреүселәрҙе саҡырҙым. Яҫтыҡтар яна башлағайны, бүлмә төтөн эсендә ине. Өс балам да күрше бүлмәлә йоҡлай. Әгәр  сигнализация булмаһа, хәл нимә менән бөтөр ине, белмәйем».
Өфөнөң янғынға ҡаршы хеҙмәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре баш ҡалала профилактик рейдтарға көн һайын сыға, махсус ҡорамалдарҙы таратыу дауам итә.  
Төтөнгә сигнал биреүсе ҡоролма түшәмгә беркетелә. Яҡынса ул   85 квадрат метр тирәһе майҙанға иҫәпләнгән.
Рейдтағылар фатир хужаларына  хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үткәрҙе, иҫкәртеү ҡағыҙҙары бирҙе. Махсус кейемдәгеләрҙе күреп ишек асмаусылар ҙа булды.  
Фәрит Абдрахманов, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика комитетының бүлек етәксеһе: «Республикала имен булмаған һәм күп балалы ғаиләләргә  өс меңдән ашыу датчик таратылды. Эш киләсәктә лә дауам итәсәк. Дәүләт ҡаҙнанан уға сығымдар бүленә. Бөтәһе 18 мең ғаиләгә сигнал ҡуйыу ҡаралған».
Алмаз Әхмәев, Өфөнөң янғынға ҡаршы көрәш идаралығының бүлек етәксеһе: «Көн һайын 10-15 йортто урап сығабыҙ. Мейестәрҙе, электр приборҙарын тикшерәбеҙ. Баш ҡаланың һәр районында шәхси сектор бар, айырыуса Совет һәм  Ленин райондарына көс төшә».  
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика буйынса  былтыр ошо осорға 3400 янғын теркәлһә, быйыл 3266,  207 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, иҫкергән электр приборҙары ҡулланыу, өй мейесен яҡҡан килеш ҡалдырыу, эскелек ойоштороу янғын сығыуҙың төп сәбәптәре. Махсус хеҙмәт тарафынан иҫкәртеү саралары дауам итә, шулай ҙа һәр кем үҙе хәүефһеҙлек  ҡағиҙәләрен  иҫтә тоторға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика