Бөгөн баш ҡала урамы юлында кеше ғүмере өҙөлә яҙҙы 25.08.2016

Йәйәүле ҡатын үҙенең вайымһыҙлығы арҡаһында  Аграр университеттан «Мир» фирмаһы туҡталышына табан хәрәкәт итеүсе маршрут автобусынан бәрелә.

Асыҡланыуынса, ханым тәғәйен булмаған урындан юл аша сығырға була. Уны хатта, светофорҙың ҡыҙыл утҡа яныуы ла туҡтатмай. Ә автобус водителе бер нимә аңлап та, туҡтап та өлгөрмәй. Сөнки йәйәүле көтмәгәндә, алда барыусы «Паз» артынан килеп сыға. Ваҡиға урынында тикшереү үткәрелгән, зыян күреүсегә медицина ярҙамы күрһәтелгән.  
Сергей Сәлимов, водитель: «Икенсе һыҙатта Паз автобусы тора ине, уның артынан шәп-шәп аҙымдар менән ҡатын килеп сыҡты. Тормозға баҫып өлгөрмәнем! Минең ғәйеп түгел был, алда ултырған пассажирҙар иҫбатлай ала. Ҡатындың ҡылығына аптырайым, юл аша теләһә ҡайһы урында сығаһың икән, абайыраҡ булырға кәрәк!»

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика