Бөгөн «Һамар-Өфө- Силәбе» трассаһының 1517-се километрында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде

Бөгөн «Һамар-Өфө- Силәбе» трассаһының 1517-се километрында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде 11.09.2015

Иглин районының Загорск ауылы эргәһендә «ДАФ» менән «Скания» йөк автомобилдәре  бәрелеште. Ҡайһы бер мәғлүмәтәр буйынса, быға беренсе транспорт сараһының тәгәрмәсе ысыҡынып китеүе сәбәпсе булған. Шунлыҡтан ул ҡаршы һыҙатҡа килеп сыҡҡан. Ҡот осҡос фажиғә һөҙөмтәлә ике водителдең дә ғүмерҙәре өҙөлә. Ә үлемесле осраҡ буйынса тикшереү бара.

Ә был кадрҙар Өфөнөң «Салауат Юлаев» проспектында төшөрөлгән. Ағиҙел күпере яғына китеп барған аҡ төҫтәге Форд Фокус автомобиленең ҡапыл артҡы тәгәрмәсе төшөп ҡала.  Һөҙөмтәлә ул  йәнәш барыусы Шевролеға бәрелә. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ. Әммә водителдәргә траспорт сараларын ремотларға тура киләсәк. Шулай уҡ ҡазаға тарыған хужаға юғалған тәгәрмәсен табыу өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку