Бөгөн 38 йәшлек «Ауди» водителе һаҡ аҫтына алынды

Бөгөн 38 йәшлек «Ауди» водителе һаҡ аҫтына алынды 27.06.2015

Уға ҡарата «Юл хәрәкәте  ҡағиҙәһен  боҙоп, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Аварияның һуң үткәрелгән экспертиза руль артында ултырыусының эскән булыуын күрһәтте.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә баш ҡала урамдарының береһендә бер юлы дүрт автомобиль бәрелеште. Фажиғәлә «Ауди Q7»водителе ғәйепле тип һанала.  Сөнки ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса юғары тиҙлектә килеүсе Германия кроссоверы ҡаршы һыҙатҡа  сыҡҡан.
Ҡот осҡос аварияла «Лифан» автомобиленә идара идара иткән 31 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлдө, уның 8 йәшлек ҡыҙы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылды.  Туғандары һәм яҡындары ҡатмарлы операция кисергән Полинаға аҡса йыйыу ойошторҙо. Улар битараф булмаған кешеләрҙе хәленән килгәнсә ярҙам итергә саҡыра. Телефон һандарын һәм иҫәп реквизиттарын  һеҙ экранда күрәһегеҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика