Бәғерһеҙ бала ҡараусы

Бәғерһеҙ бала ҡараусы 30.03.2017

Өфөлә йәшәүсе 56 йәшлек ханым саҡ бер сабыйҙың ғүмерен ҡыймай. Әсә кеше йәшерен видеокамера ярҙамында улын йәберләүҙәрен асыҡлаған, әлеге мәлдә осраҡ буйынса полиция тикшереү алып бара. Билдәле булыуынса, өс ай элек Гүзәл Мәхмүтова эшкә урынлашыр өсөн таныштары аша улына ҡараусы таба. Күп тә үтмәй, малайҙың тәнендә күгәргән урындар барлыҡҡа килә, тертләй тбашлай. Видеояҙмалағы кадрҙар, ысынлап та, бала ҡараусының бәғерһеҙ кеше булыуын күрһәтә.

Был видеояҙманы тыныс ҡына ҡарап булмай. Бала ҡараусы булып эшләгән ҡатын ун бер айлыҡ сабыйға бер нисә тапҡыр ҡаты һуға. Әсә кеше кескәйенең йәберләнеүен өйөнә йәшерен камера ҡуйғас асыҡлай. Әле ул һаман шаңҡыу хәлендә.
Гүзәл Мәхмүтова улын яңғыҙ тәрбиәләй. Исмәғилгә ете ай булғанда ул аҡса юҡлыҡтан, эшкә сығырға мәжбүр була. Әхирәте кәңәше буйынса бала ҡараусыны ла тиҙ таба. 56 йәшлек ҡатынды быға тиклем башҡа ғаиләләр маҡтап ҡына телгә алған. Шулай ҙа йәш әсә уның эшен намыҫлы башҡарыуына һәр ваҡыт шикләнеп ҡарай. Һуңғы аҙналарҙа улының тәнендә күгәргән урындар, яралар  барлыҡҡа килгәс, үҙаллы тикшереү ойоштора.
Гүзәл Мәхмүтова, Исмәғилдең әсәһе: «Видеояҙманы тулыһынса ҡарап сығырлыҡ көсөм булманы, был кадрҙарҙа минең сабыйым ҡысҡырып илай. Уны туҡмап тигәндәй тынысландыралар, йоҡларға һалалар. Бала ҡараусы көнө буйы дивандан төшмәй, телевизор ҡарарға яратҡан. Улым ҡамасаулаған, ахыры. Ә бит мин быға тиклем ҡайтҡан һайын, Исмаилды бутҡа ашаны, массаж эшләнем уға, барыһы ла яҡшы булды тип мине тынысландыра торғайны. Ике йөҙлө ҡатынға барып эләккәнмен».
Йәш әсә балаһын табиптарға күрһәткәс кенә тыныслана. Исмәғилдең сәләмәтлеге өсөн борсолаһы түгел. Ә бына психик яҡтан уға ярҙам кәрәк. Улы сит кешеләрҙең ҡулына барырға ҡурҡа. Гүзәл Мәхмүтова балаһын йәберләгән ҡатынға дәғүәләрен белдереп ҡарай. Әммә яуапҡа ғәфү үтенеү һүҙҙәрен ишетмәй. Әйткәндәй, ун бер айлыҡ сабыйға ҡул күтәргән Софья ханым элек Олеся Новикованың да өс балаһын ҡараған. Әсә кеше танышының был ҡылығын бер нисек тә аңлата алмай.
Софья ханым ата-әсәләр өсөн һәр ваҡыт фәрештәләй булған. Хеҙмәт хаҡын да ярайһы уҡ түбән алған, көнөнә 700 һум. Ни өсөн эшенә вайымһыҙ мөнәсәбәттә булыуын асыҡлар өсөн беҙ уның йортона юлландыҡ, ишеген асмаһа ла, үҙен яҡларлыҡ һүҙҙәр тапты.
Нисек кенә булмаһын, Софья ханымға полиция хеҙмәткәрҙәре менән аралашырға тура киләсәк. Гүзәл Мәхмүтова хоҡуҡ һағындағыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Йәш әсә йәшерен төшөрөлгән видеояҙма нигеҙендә  бала ҡараусыны яуаплылыҡҡа тарттырырға ниәтләй.
Юристар ике яҡ араһында хеҙмәт килешеүе төҙөлмәгән осраҡта ла, суд аша уңышҡа өлгәшеп була,ти. Сабыйҙы йәберләү факты иҫбатланыуы ла етә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡараусыларҙың хеҙмәтен тәҡдим иткән агентлыҡтар аша ла ышаныслы белгес табырмын тимә. Шулай ҙа ата-әсәләргә был ваҡытта заман технологиялары  ярҙамға килә. Кескәйҙәрҙе йәберләүгә бәйле видеояҙмалар хәҙер интернет тулы. Билдәле булыуынса, ҡул күтәреүселәрҙең күбеһенә хөкөм ҡарары ла сығарылған.. Балаларға килгәндә, дауалау курстарынан һуң  улар психологтарҙың ярҙамына мохтаж.
Рита Вәлиева, Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары:  «Бәхеткә, Башҡортостанда бындай күңелһеҙ осраҡтар һирәк күҙәтелә. Беҙҙең дауаханала бала ҡараусылар тарафынан йәберләнгән кескәйҙәр ике-өс йылға бер була.  Шулай ҙа статистик мәғлүмәттәр буйынса, башлыса ата-әсәләр сабыйҙарына үҙҙәре ҡаты мөғәлләмәлә. Айына ошо сәбәпле ике-өс мөрәжәғәт йыйыла. Малай-ҡыҙҙарға туғандары тарафынан тән йәрәхәттәре килтерелеүе асыҡлана икән, беҙ шунда уҡ полицияға хәбәр итәбеҙ. Ғаилә менән профилактик эш алып барыла».
Гүзәл Мөхәмәтова иһә хәҙер сабыйы янынан бер аҙымға ла йыраҡ китмәй. Эш урынын, хатта, ҡалдырырға мәжбүр булған. Йәш әсә балалар баҡсаһына тиклем Исмәғил менән өйҙә ултырыу яҡлы. «Аҡса яғы еткереүе ҡыйын, тик улымдың сәләмәтлеге, физик яҡтан үҫеше - тәүге урында»,-ти ул. Ни тиһәң дә, таныш түгел кешеләргә ғәзиз кешеңде ышанып ҡалдырыу - аяныслы тамамланыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика