Бәғерһеҙ бала ҡараусы яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал

Бәғерһеҙ бала ҡараусы яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал 31.03.2017

Тәфтиш комитеты идаралығы осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуы тураһында хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ Өфөлә йәшәүсе 56 йәшлек ханым 11 айлыҡ сабыйҙа ҡул күтәреү мәле һүрәтләнгән видеояҙма беҙҙең эфирҙа күрһәтелгәйне.

Уны малайҙың әсәһе бала ҡараусыға шик уянғас йәшерен камера ярҙамында төшөрөп ала. Тәфтиш комитеты идаралығы кисә тәфтиш алды тикшереүе иғлан итте. Бөгөн уның һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Бала ҡараусы бәлиғ булмаған сабыйға күрәләтә көс ҡулланыу осрағы, йәғни енәйәт кодексының 117-се статьяһы буйынса ғәйепләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика