Бәғерһеҙ бала ҡараусы өс йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде

Бәғерһеҙ бала ҡараусы өс йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде 28.06.2017

Был ҡарарҙы Өфөнөң Орджоникидзе район суды сығарҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 56 йәшлек ханымдың 11 айлыҡ сабыйға ҡул күтәреүе тураһындағы  видеояҙма беҙҙең эфирҙа күрһәтелгәйне. Унда бала ҡараусы булып эшләгән ханым ун бер айлыҡ сабыйға бер нисә тапҡыр һуға. Әсә улының йәберләнеүен өйөнә йәшерен камера ҡуйғас асыҡлай. Судта ханым үҙ ғәйебен таныны. Был ҡылыҡҡа бала ҡараусыны нимә этәргән?

Бөтә бәғерһеҙлекте ханым үҙенең ялһыҙ эшләп, арығанлығына бәйләй. Был хәл бары тик бер тапҡыр ғына, бер минут эсендә йәшерен камера ҡуйған көндө генә булды, тип ышандыра ул. Аҡса кәрәклектән мәжбүри рәүештә бала ҡараған ханым судта үҙен яҡларлыҡ һүҙҙәр табырға тырышты.
Әммә йәш әсә Гүзәл Мәхмүтова берҙән-бер улының йәберләнеүенә һаман да тыныслана алмай. 56 йәшлек ханым эшкә килгәндән алып, баланың һаулығы буйынса йыш ҡына дауаханаларға йөрөүҙәр башланды, тип зарлана. Әле бәләкәй Исмәғилдең сәләмәтлеге өсөн борсолаһы түгел. Шулай ҙа әсә  ҡатыраҡ яза бирелеүе яғында торҙо.
Гүзәл Мәхмүтова Исмәғилдең әсәһе: «Ярай, минең улым иҫән-һау ҡалды. Карауатҡа ташлаған ваҡытта башы ныҡ  бәрелһә, хәл бит күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал ине. Кем белә, бәлки, ул тағы ла берәй ҡайҙа эшкә урынлашыр?!»
Гүзәл Мәхмүтова бала ҡараусыны әхирәтенең кәңәше буйынса таба. 56 йәшлек ханымды быға тиклем башҡа ғаиләләр маҡтап телгә алған. Мәҫәлән, Новиковтар ғаиләһендә ул ике йылдан ашыу намыҫлы эшләгән: өс балаһын ҡараған. Шуға ла Олеся ханым танышының был ҡылығын бер нисек тә аңлата алмай.
Суд барышында Гүзәл Мәхмүтова үҙ дәғүәләрен белдереп, ғәйепләнеүсенән ғәфү үтенеүен һораны. Әммә Суфия ханым бала алдында ғәйебемде йәшерен видеояҙма төшөрөлгән көндә үк таныным, тип яуапланы. Судья хөкөм ҡарары сығарғанда бала ҡараусының пенсия йәшендә һәм  сәләмәтлеген иҫәпкә алып, уны шартлы рәүештә өс йыл ярымға иркенән мәхрүм итте.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика