Бәғерһеҙ бала ҡараусы өс йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде

Бәғерһеҙ бала ҡараусы өс йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде 28.06.2017

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә йәшәүсе 56 йәшлек ханымдың 11 айлыҡ сабыйға ҡул күтәреүе һүрәтләнгән видеояҙма беҙҙең эфирҙа күрһәтелгәйне. Унда бала ҡараусы булып эшләгән ҡатын ун бер айлыҡ сабыйға бер нисә тапҡыр  һуға. Әсә кеше улының йәберләнеүен өйөнә йәшерен камера ҡуйғас асыҡлай.

Ун бер айлыҡ Исмәғилдең әсәһе Гүзәл Мәхмүтова улын яңғыҙы тәрбиәләй. Уға ете ай булғанда ул аҡса юҡлыҡтан, эшкә сығырға мәжбүр була. Әхирәте кәңәше буйынса бала ҡараусыны ла тиҙ таба. 56 йәшлек ҡатынды быға тиклем башҡа ғаиләләр маҡтап ҡына телгә алған. Шулай ҙа йәш әсә уның эшен намыҫлы башҡарыуына һәр ваҡыт шикләнеп ҡарай.
Гүзәл Мәхмүтова, Исмәғилдең әсәһе: «Бала йоҡлағанда ла илай ине. Аптырап, йәшерен видеояҙма ҡуйырға булдым. Аҙаҡтан күреп, видеоны хатта тулыһынса ҡарар хәлем булманы. Бала ла, үҙем дә шул тиклем стресс кисерҙек».
Ун бер айлыҡ сабыйға ҡул күтәргән Софья ханым элек Олеся Новикованың да өс балаһын ҡараған. Әсә кеше танышының был ҡылығын бер нисек тә аңлата алмай. Бала ҡараусыға балаларым һәр ваҡыт атлығып торҙо, ти ул. Суд ултырышында бала ҡараусы үҙ ғәйебен таныны.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика