Автоһәүәҫкәрҙәр Нефтекама ҡалаһынан Удмурт Республикаһына сыҡҡан юлды ремонтлауҙы талап итә

Автоһәүәҫкәрҙәр Нефтекама ҡалаһынан Удмурт Республикаһына сыҡҡан юлды ремонтлауҙы талап итә 25.10.2017

Билдәле булыуынса ике республика сигендәге юл йыш таушала. Тиҙҙән ҡыш етә, ә хәл элеккесә ҡала.

Ирина Христолюбова стажлы водитель. Ул үҙен руль артында ышаныслы тоя. Әммә бындай соҡор-саҡырлы юлда түгел. Һуңғы бер айҙа ғына  Нефтекаманан сыҡҡан ерҙә уның машинаһының  ике тәгәрмәсенең дискы ла  йәмшәйгән.
Ирина Христолюбова: «Юлдар йөрөрлөк түгел. Дисктарҙы  алмаштырырға тура килде.Шундай яҡшы күпер төҙөлдө, ә юлдар насар. Ҡышҡа тиклем төҙөкләндерһәләр ине».
Был ерҙә бәләгә тарыусылар бер ул ғына түгел. Туҡтап тәгәрмәс алыштырыусылар күп. Башҡортостанға Удмурт Республикаһынан һәм Пермь крайынан килеүселәр ҙә юлдың төҙөк булмауына зарлана.
Республика сигендәге юлдың насар хәлдә  булыуын дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре лә иҫбатлай. Быйыл ғына улар Краснокама районы хакимиәтенә юлды ремонтларға ҡушып бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән, шулай уҡ прокуратураға ла яҙғандар.
Елена Шаталова, Краснокама районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы: «Тикшереү барышында юл ҡатламының дәүләт стандарттарына тура килмәүе асыҡланды. Уны хеҙмәтләндереүҙә административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш асыу ҡарала».
Автомобиль йөрөтөүселәр өсөн хәүефле юл участкаһында ҡасан ремонт яһалыуы билдәһеҙ, әлегә республикаға төньяҡ- көнбайыштан инеүсе йәки унан сығыусы автоһәүәҫкәрҙәргә  иғтибарлы булырға һәм соҡорҙарҙы урап үтергә генә ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку