Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ 31.05.2016

Социаль селтәр ҡулланыусылар яғыулыҡ ҡойоу станцияларының береһендә булған  хәл буйынса әүҙем фекер алыша. Интернетҡа урынлаштырылған видеояҙманан күренеүенсә, бензин тултырғандан һуң водитель пистолетын банктан алмай ҡуҙғалып китә. Шланг һуҙылып, яғыулыҡ  ҡойоу ҡоролмаһы эргәлә торған автоһәүәҫкәрҙең башына тейә. Ул ваҡиға урынында аңын юғалта, асфальтҡа күпләп ҡан ағыуы ла күренә. Башҡа водителдәр уның янына ашыға, әммә тәүге ярҙам күрһәтә алмай. Асыҡланыуынса, был хәл 13 май Бөрө ҡалаһында теркәлгән. Башына пистолет тейгән егет иҫән-һау, ул дауаханала дауаланып сыҡҡан.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика