Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Өршәк йылғаһына батып һәләк булған ике ҡыҙҙы бөгөн ерләйәсәктәр

Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Өршәк йылғаһына батып һәләк булған ике ҡыҙҙы бөгөн ерләйәсәктәр 31.07.2017

Бөгөн уларҙың  кәүҙәһен моргтан алып ҡайттылар. 8 һәм 9 йәшлек ҡыҙҙар кисә көндөҙгө өстәр тирәһендә ғәйеп була. Оҙаҡ ҡайтмағастар уларҙы өлкәндәр эҙләп сыға. Балаларҙың кәүҙәһен йылға үҙәнендә табалар.

Һәр саҡ шат балалар тауыштары яңғырап торған йортта ҡолаҡты ярырлыҡ тынлыҡ. Балалыҡтан да сығып бөтмәй яҡты донъянан киткән ҡыҙ менән хушлашырға  тотош ауыл халҡы йыйылған. Ҡыҙҙы ысынлап та барыһы ла ярата ине.  Алсаҡ, тормошто һөйгән, итәғәтле һәм ярҙамсыл ҡыҙҙың баҡыйлыҡҡа китеүенә ышынырлыҡ түгел, ти ауылдаштар.
Өршәк буйына 9 йәшлек ҡыҙ Стәрлетамаҡтан ҡунаҡҡа килгән 8 йәшлек әхирәте менән төшә. Ләкин башҡа балалар йөрөгән ергә түгел. Тиҫтерҙәре йылғаның асыҡ һәм һай ерендә, өлкәндәр күреп торған ерҙә һыу инһә, ҡыҙҙар нишләптер кеше һирәк йөрөгән ергә юллана. Шырлыҡ аша үтеп иң тәрән ятыуға  барып төшәләр. Был урындан  хатта өлкәндәр ҙә ҡурҡа , ти ауыл халҡы.
Артабан нимә булғанын күреүселәр юҡ. Ҡыҙҙарҙың яндарында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә булмай сыға. Балаларҙың өйҙән сығып китеүенә бер нисә сәғәт үткәс кенә уларҙың юҡлығын шәйләп эҙләргә сығалар. Ләкин һуң була инде.
Тәфтишселәрҙең фаразы буйынса, тап ошо текә яр  ҡыҙҙарҙың ғүмерен ҡыя ла инде. Йылға ағымы менән аҫҡараҡ төшкән балаларһың кире ярға сығырға хәлдәре ҡалмай.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш  комитеты башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән  ярҙамсыһы: «Балалар һыу инергә тәғәйенләнмәгән ергә барған. Алдан күҙаллауҙар буйынса , ҡыҙҙар ярға сыға алмаған. Ул урында ике яҡтан да текә яр. Балаларҙың кире төшкән ергә йөҙөргә лә, ярға менергә лә хәлдәре ҡалмаған».
Ауыл халҡы Төрөмбәттә  балалар батыу осраҡтарын хәтерләмәй.  Өршәк был урында тыныс аға , ти улар. Бәлки артыҡ ышаныс, уялыҡты юғалтыу ҙа ошо фажиғәгә килтергәндер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку