Ауырғазы районы Әбсәләм, Туҡай ауыл биләмәләре ҡар тотҡононда

Ауырғазы районы Әбсәләм, Туҡай ауыл биләмәләре  ҡар тотҡононда 27.02.2017

Юлдар аҙна-ун көн бөтөнләй таҙартылмаған. Төбәккә ашығыс ярҙам машиналары үтә алмай. Урындағы халыҡ аҙыҡ-түлек запастары бөтөүгә зарлана. Беҙҙең ижади төркөм көрт йырып Сулпан, Хәсән ауылдарына тиклем барып етте.

Сулпан ауылын ҙур донъя менән тоташтырған юл әле тулыһынса көрт аҫтында. Шуға ла урындағы халыҡ өсөн бәләкәй генә сәфәр ҙә оло һынауға әйләнә.
Балаҡҡа ҡар тулмаһын өсөн аяҡ кейемен ҡулдан килгәнсе уратып бәйләп һуҡмаҡ ярырға тотондоҡ. Көрт ҡайһы бер урындарҙа бот төбөнән. Техника күптән үтмәгән.
Сәғәт ярым тигәндә ауыл йорттары күренде. Урамда халыҡ көтә. Күбеһе оло йәштәгеләр.
Үҙәк юлдар ғына түгел, урамдар ҙа таҙартылмаған. Һыуға, күрше-күләненең хәлен белергә лә  көрт йырып йөрөргә тура килә. Байрам көндәрендә ата-әсәһе янынан ҡайтҡан мәктәп уҡыусылары тотҡонда ҡалған.
Был иһә райондың Туҡай ауыл биләмәһенә ҡараған, Волков ауылы. Төпкөлгә юл таҙартылған таҙартылыуын, әммә кеше үлгәндән һуң ғына тип зарлана урындағы халыҡ. Ҡар тотҡононда ҡалыусылар биш тәүлек дауамында мәйетте өйҙәрендә тоторға мәжбүр булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығынан белдереүҙәренсә, төбәк халҡының именлеген тәьмин итеү өсөн барлыҡ саралар күрелгән.
Рәсми вәкил телгә алған техника Ауырғазы районының төпкөл ауылдарына барып етмәгән күрәһең. Туҡай менән Әбсәләм ауыл биләмәләре башлыҡтарынан да хәлгә тейешле аңлатма булманы. Беҙҙең камера янына көрт йырып үтергә ҡыйынһынғандарҙыр, ахыры. Ирекһеҙҙен, тотҡонда ҡалған халыҡ түҙемһеҙлек менән мәсьәләнең тиҙ арала хәл ителеүен, һис юғында яҙҙың иртәрәк килеүен көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку