Һауанан төшкән бәлә 04.04.2016

Баш ҡаланың Чудинов урамындағы йорттарҙың береһенән ике йәш ярымлыҡ малайҙың башына бысаҡ ырғыталар. Сәпләпме, әллә яңылышмы -  билдәһеҙ. Әлегә кескәй Андрей өләсәһе менән бергә 17-се балалар клиник  дауаханаһында ята. Рәсәйҙең Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Павел Астахов үҙенең микроблогында был осраҡ буйынса етди тикшереү үткәреүҙе һорап яҙа.

Михаил Блинов «үткән ял көнө саҡ улһыҙ тороп ҡалманым»,-ти. Ике йәш ярымлыҡ Андрей мөғжизә менән генә иҫән ҡалған. Атай кеше балаһы менән Чудинов урамы буйлап магазиндан өйөнә ҡайтып килгәндә, малайҙың башына бысаҡ сәнселә... Яҡындағы йорттоң өҫкө ҡаттарынан ырғытылған һалҡын ҡорал һапһыҙ була. Ир уны быны абайламай,  баланы йыуатып, ҡайтыу яғына ашыға.
Михаил Блинов, Андрейҙың атаһы: «Өйҙә ҡатыным баланың баш кейемен сискәйне, яранан  ҡан ағыуын күреп ҡот осто. Шунда уҡ «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтен саҡырттыҡ, полицияға шылтыраттыҡ. Мин урамда ҡалған бысаҡ артынан йүгерҙем, юғалып ҡуймаһын тип. Әле улым дауаханала ята, кәйефе яҡшы, йүгереп йөрөй, шаяра».
Тик табиптар ғына ата-әсәне ҡыуандырырға ашыҡмай. Кескәй Андрейға ике тапҡыр рентген, компьютер томографияһын эшләгәндәр... Һөҙөмтәлә баланың баш һөйәге имгәнеүе асыҡланған. Ә инде тормошто яратыусан малай бысаҡ сәнселгән мәлде яҡшы хәтерләй, баҡһаң, ул магазиндан сыҡҡас, бер апайҙы йүгереп уҙырға тырышҡан. «Шуның өсөн был апай башыма һуҡты» тигән ул ата-әсәһенә. Ысынында иһә хәл башҡасараҡ була - Михаил Блинов сәнскеле ҡоралдың өҫтән ырғытылыуын күреп ҡала. Торлаҡтың нисәнсе ҡатынан икәнен генә күрмәй ҡала.
Өйҙәге тиҫтәгә яҡын фатирҙың тәҙрәһе оло юл яғына сыға. Оператив-тикшереү төркөмө тарафынан бысаҡ экспертизаға алынған. Бәлки, ҡул бармаҡтары эҙҙәре буйынса һалҡын ҡоралдың хужаһын асыҡлап булыр?! Михаил Блинов өмөтөн өҙөргә ашыҡмай, ғаиләне бәләгә тарытыусылар язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел.
Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Әлегә суд-медицина экспертизаһын үткәреү ҡаралған. Уның һөҙөмтәһе буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу ҡарары сығарыласаҡ, шулай уҡ баланы йәрәхәтләүсене билдәләү буйынса ла оператив эштәр алып барыла».
Блиновтар ғаиләһен әлегә улдарының йөҙөнән йылмайыуы китмәүе генә тынысландыра... Ә бит был күңелһеҙ осраҡтың фажиғәле тамамланыуы ла мөмкин ине. Ҡыҙғанысҡа, күптәр фатирындағы сүп-сарын тәҙрә аша ғына ырғытырға күнеккән шул, ялҡаулыҡ арҡаһында рәшәткә артына ултырырға ашығалар, күрәһең.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика